Шэжэре Учалинский район
Мы составляем родословную по следующей линии Амангилде Буляков (активный руководитель восстания 1736 года)(д.Амнгилде) - Котой Амангильдин (д.Кутуево) - Этжимас Котоев -потомственный тархан и активный руководитель Пугачевского восстания Расуль Этжимасов (д.Расулево)- активный руководитель Пугачевского восстания Муйнак Расулев (Д.Муйнаково) - кантонный начальник и чиновник 14 класса Курама Муйнаков (д.Курамино)- обер офицер Ураз Курамович (д.Уразово).
Этжимас Котоев - кантонный начальник Абдулнафик Этжимасович Кутуев.
Кантонный начальник Курама Муйнаков - Шагингаей Курамович (Каипов) - Кадыргали Шагингареев - Сулейман Шангареев - Сагидулла Шангареев (д.Курамино)
Всех кто считает себя ихними родсвенниками или владеет какой нибудь информацией про них, просим откликнуться.
- Войдите или зарегистрируйтесь, чтобы оставлять комментарии
Re: Кантонный начальник Корама Муйнаков
Ҡорама ауылында бынан бер нисә йыл элек уҙған «Һаумыһығыҙ ауылдаштар!» байрамында ауылдың аҡһаҡалы Фәтих бабай Нафиков сәхнәгә сығып ошо һуҙҙәрҙе әйткәйне:
- Ҡорама ауылына нигеҙ һалыусы Ҡорама кантондың (1760-1828 й) нәҫелен ауылда бѳгѳнгѳ кѳндә дауам итеүсе берҙән бер ғәилә – Сәғиҙулла Шәнгәрәевтың ғәйләһе.
Ошо кѳндән башлап ауылдың тарихын ѳйрәнеү һәм шәжәрәбеҙҙе тѳҙѳү теләге тыуҙы , атайыбыҙҙан үҙеңдең кантон нәҫеленән икәнеңде белә инеңме тигән һорауға, ошолай тип яуап бирҙе:
- «Ауыл ҡарттары күберәген Әхмәтвәли бабай һәм Фәтих бабай Нафиковтар һѳйләй торғайны, тик совет йылдарында кантондар, батша офицерҙары тураһында һѳйләү түгел ,һорашырга ла оялдыҡ , ҡыйманыҡ."
Бына нисек беҙҙең тамырҙарыбыҙҙы онотторорға теләнеләр. Нисек итеп оялырға мѳмкин, бәлки ғорурланырға кәрәк булғандыр. Был сер түгел, шәжәрәне ѳйрәнеү һәм яҙыу барышында үҙенең олатаһының исемен белмәүселәрҙә осрай. Сәбәптәре ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, был һалҡыбыҙ ѳсѳн ят, бик насар ҡүренеш. Сѳнки ата-бабаларыбыҙ беҙгә, һәр башҡорт үҙенең кәмендә ете быуынын белергә тейеш тигән васыят ҡалдырған. Шәжәрә тѳҙѳп, уның менән халыҡты таныштырыу, быуындар бәйләнешен тергеҙеүгә булышлыҡ итә, сѳнки тѳрлѳ сәбәптәр менән фамилиялары үҙгәреп, бер береһен белмәгән яҡын туғандар була, белгәндәре лә нисек кем яғынан икәнен белеп еткермәйҙәр. Ә иң мѳһиме – йәштәргә нәҫел нәсебен ѳйрѳтеп, ырыуҙаштарына, туғандарына, ата-әсәһенә ихтирам тәрбиәләүҙә, уларҙа намыҫсанлыҡ, үҙ халҡы ѳсѳн яуаплылыҡ үҫтереүҙә.
Әхмәтвәли бабай Нафиков заманында ауылдың иң абруйлы, уҡымышлы кешеһе, ауылдың муллаһы ине. Ауылдың тарихын да ул куп йылдар яҙып барған, ата-олатайҙарҙан ҡалып, нәҫелдән-нәҫелгә күсеп килгән , борондан яҙып барылған ҡомартҡы һәм ауылдың шәжәрәһе лә унда һаҡланған булған. Тик 70-се йылдарҙа ул яҙмаларҙы кемдәрҙер алып тороп, кире ҡайтармағандар…
Ололарҙың һәм атай-олатайҙарымдың һѳйләүҙәре буйынса һәм аҙак Ѳфѳ архивтарындағы Рәүиз сказкаларын (1816 ,1834, 1859.) ентекләп ѳйрәнгәндән һуң ошоларҙы асыҡланыҡ: Айшандан Ҡәйеп тыуа, Ҡәйептең улдары: Муйнаҡ, Ҡунаҡбай, Зѳлҡәрнәй,Ҡолһары, Байһары. Ә Муйнаҡтан 14 класлы чиновник , потомственный дворянин , кантон системаһы барлыҡҡа килгәндән бирле 1819 йылға тиклем 21 йыл 4-се кантон башлығы булған Ҡорама( буласаҡ кантон Ҡорама Муйнаков ) һәм икенсе улы Әләма тыуа.
Данлыҡлы фән эшмәкәре Әнүәр ағай Әсфәндияров ошондай мәглүмәттәр бирә: «Туңғатар ауылынан 6 саҡрым алыҫлыҡта Яңы Ҡорама ауылы барлыҡҡа килә. Уға 4-се кантон башлығы Муйнаҡ ауылынан сыҡҡан Ҡорама Муйнаков (1760-1828й.) нигеҙ һалған. Ул ваҡыттарҙа ауылдарҙың исемен унда йәшәүсе иң юғары чинле кантон чиновниге йә булмаһа дин әһеле исеме менән йѳрѳтѳлгән. Ҡорама кантон 14-се класлы чиновник булған. Был чинды губернатор бирә алмаған, уны йә сенат, йә батша юғары белеме, йә гимназияны бѳткәнгә аттестатында грек теле күрһәтелгәндә генә биргәндәр. Ә башҡаларға 2 йылдан алып 12 йылға хәтлем тәүҙә канцелярист булып эшләгәндән һуң ғына бирелған. 1826 йылда кантондар буйынса барыһы 76 кеше генә класлы чиновник булған. (ЦГИА РБ д. 526). Зауряд чиндар урта звено булып һаналған, класслы чиновниктарга һәм армия офицерҙаренә дворян дәрәжәһе биргәндәр. Улар кантондар менән идара итә алғандар һәм дәрәжәләрен нәҫел буйынса тапшыра алғандар (2ПС3 т.14 №12385, параграф 79).
Ҡораманы ялған доностар яҙып, уның ярҙамсыһы ҡанһыз Тѳхвәт Утяев алыштырған. Аҙак үҙе 20 тапҡыр суд тикшереүенә эләгеп, һәр ваҡыт губерния чиновниктарына ришәүәт биреү арҡатында ҡотолоп ҡалған. Губернатор Сухтерин Тѳхвәттең боҙоҡлоҡтарын иҫбат итеүе мѳмкин түгел тип ҡуя. Шулай булһала халыҡ асыуынан ҡурҡып һәр ваҡыт яҡлап ҡалып булмай тип,1832 йылда Сенат ҡарары менән шәхси дворян титулы һәм званиелары тартып алынып, үҙен ғүмерлеккә Себергә ебәреләр (ЦГИА РБ фонд Г2 Об1 д.1681 №12)
Ҡорама кантондың балалары:
1. 14 класслы чиновник Ураз Курамович Каипов (1785й) (улы Иргали – 1813й)
Әйтергә кәрәк Учалы районы Ураз ауылы уның исемен йѳрѳтә.
2. Зауряд Есаул Ишнияз (1798 й) уның 3 ҡатыны : Назифа, Наза ,Ҡотлобикә уларҙың балалары Шарияз (1800), Юнус (1805), Шагиахмет (1810), Загифа (1855).
3. 14 класслы чиновник Шагингәрәй Курамович Каипов (1828) ҡатыны Айһылыу, уларҙың улдары Сәфәгәли (1847), Ҡыҙырғәли (1849) һәм ҡыҙҙары Дәүләтбикә (1854) ,Ҡѳрғәмбика (1857)
Әйткәндәй Әнүәр ағай Әсфәндияровтың «Навеки с Россией» тигән китабының 265-сы битендә Ырымбур хәрби губернаторы Перовскийҙың 1838 йылда Ырымбур ҡалаһы Неплюев хәрби училищеһе начальниге подполковник Марковка яҙған хаты буйынса башҡорттарҙың 20 юғары чинлы офицерҙарының һәм чиновниктарының балалары ҡабул ителә , шулар араһында беҙҙең олатайыбыҙ, 10 йәшлек Шәгингәрәй Ҡорама улы Каиповта бар.
Ҡыҙырғәленән минең олатай Сѳләймән Шагингәрәев(1898-1968) тыуған, уның улдары беҙҙең атайыбыҙ Сәғиҙулла менән Заһиҙулла Шәнгәрәевтар.
Аламаның балалары
1. зауряд-сотник Сәйфитдин Аламин;
2. зауряд-есаул Баһаутдин Аламин (улы урядник Фәхритдин Баһауитдинов)
Кәйептең улы Зѳлкәрнәйҙән старшина ярҙамсыһы Нигмәтулла Зѳлкарнаев тыуа.
Кәйептең улы Байһарынан
1. урядник Камалитдин Байһарин,
2. есаул Курбангали Байһарин тыуа.
1834 йылдан башлап 1920 йылға саҡлы рәуиз сказкалары һәм переписьтәренең барыһындала Ҡорама ауылының иҫәбен алыу Ҡорама кантондың ғәиләһенән башлана. Рәүиз сказкаларын башҡорт халҡы һәм уның юғары ҡатлам вәкилдәре кантон системаһы булдырғанға хәтлем үткәртмәҫкә тырышҡан.
Кантон системаһы индерелгәндән алып халыҡ бер нисектә уны үткәрергә ҡаршы тора алмаған. Берҙән кантон системаһы юғары ҡатламды батша указынан башҡаса уйларға һәм эш итергә мѳмкинлек бирмәгән. Ырымбурҙан юғары чинле офицерҙар килеп ауылдың деревенский начальниге, йорт старшинаһы, ауылдың муллаһы менән бергәләп уны уткәргәндән һуң материалдарҙы ауыл сходында 3 тапҡыр исемдәре, тыуған йылдары, йәше, тыуғанлыҡ ептәре тикшерелгәндән һуң ауылдың деревенский начальниге, йорт старшинаһы, кантон начальнигенең ҡул тамғалары ҡуйылып губернаның казенный палатаһына ебәрелә.
1834 йылғы документтарҙы ҡараһаң ауыл халҡы аймаҡ – аймаҡ (әлеге ваҡытта ла һаҡланған) булып ултырған. Мин шул аймаҡтарҙың береһенә генә (үземдең тыуғандарыма) туҡталып китмәксемен – соҡорак араһына. Был арала Кәиптең нәҫелдәре йәшәгән һәм бѳгѳндә йәшәй. Былар Муйнаҡ нәҫелдәре: (Әләминдәр, Кәйеповтар, Шәнгәрәевтәр); Ҡунаҡбай нәҫелдәре (Мостафиндар), Зѳлҡәрнәевтәр нәҫелдәре (Фәтҡуллиндар); Ҡолһариндар, Байһары нәҫелдәре (Исхаковтар).
Ҡорама ауылы кантон үҙәге булғанғалыр инде унда бик күп юғары чинлы чиновниктар һәм офицерҙар йәшәгән , шуларҙың күбеһе Кәйеп тоҡомонан.
Ауылдың тәүге мәсетен тѳҙѳүселәр ҙә, ѳс быуын указлы муллалары ла беҙҙең ара кешеләре, йәғни: тәүгеһе Котлокәҙим Кунакбаев (1764 йылғы), икенсеһе уның улы Мортаҙа Котлокәҙимов (1816 йылғы); унан аҙаҡ Мостафа Котлокәҙимовтың ейәне 1960 йылдарҙа Ахун ауылының мәсетенең муллаһы Мостафин Солтан Динмѳхәмәт улы (1881 йылғы). Солтан Динмѳхәмәт улы 1919 -20 йылдарҙа Ҡорама мәктәбендә уҡытыусы ла булып эшләгән.
Ауыл ҡарттарының әйтеүе буйынса «Мулла тауында» Ҡорама кантондың ѳйѳ торған. Ныҡлабыраҡ ҡараһаң бѳгѳндә ул ѳйҙең нигеҙ урынын күрергә була. Сама менән ул йорт 12 х 18 м. Уның эргәһендә Ҡораманың тыуғандары указлы муллалар Кунаҡбаевтарҙың йорттары, боронғо мәсеттә урынлашҡан булған.
Совет власе осоронда ла беҙҙең ара кешеләре юғалып ҡалмаған: Беренсе «Трактор» исемле колхоз председателе Ғабдрахман Минһажитдин улы Каипов ; комсомолдың Ѳлкә комитете ағзаһы -«Ленинсы» гәзите редакторы Мостафин Вәзир Хашим улы; хеҙмәт ветераны, алдынғы уҡытыусы Фәрхәна Ғабдрахман ҡыҙы Ҡайепова; Мәғәриф Министерлегендә эшләүсе Рәмилә Хашим ҡыҙы Мостафина һ.б.
Ә.Әсфәндияров үҙенең китаптарында Ҡорама кантонды Ҡара-Табын ѳйәҙе старшинаһы, Пугачев восстаниеһенең актив етәксеһе, тархан Рәсүл Этиммасовтарға тоташтырып ҡуя. Әлеге ваҡытта беҙ Учалы районында Рәсүл тархандың нәҫелдәрен таба алманыҡ. Бәлки беҙҙең нәҫел ептәре ҡара- табындарға барып тоташалыр, ни ѳсѳн тигәндә батша власьтары барын-табындарға тархан, дворян титулдарын йәғни юғары чинле офицер званиеләрен бик биреп бармаған, беҙ үҙебеҙҙе барындар тип һанаһаҡта әммә-ләкин ата-олаталарҙың араһында дворян титулындағылар, юғары чинлы офицерҙар, указлы муллалар бик күп.
Нәркизә Алтыншина,
Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыус
Re: Шэжэре Учалинский район
Помогите разобраться: А.Асфандияров в своих книгах пишет: "Одним из коренных поселений Барын-Табынской воло¬сти была деревня Муйнаково . Она носит имя сына старши¬ны Кара (Бара)-Табынской волости Расула Итжимасова Муйнака Расулева, ставшего старшиной той же волости и участвовавшего в восстании Пугачева. Его сыновья Абдул-хаким (1750-1818), указной мулла Абдулфазыл, 1765 года рождения, зауряд-хорунжий Абдулвахит (1770-1830), Аб-дулфаиз, с 1782 года, Абдулмажит, с 1784 года, Абдрашит (1789-1834), Курами Муйнаковы (дело 617). Один из них, Курами, в начале XIX в. был начальником 4-го кантона.
Но по нашим данным его отец - Муйнак Каипов. И дети Курамы кантона носили фамилию - Каипов. (Ураз Курамович Каипов,Шагингирей Курамович Каипов)